среда, 21 января 2015 г.

Давос форумы: иҡтисадтан геосәйәсәткә.


Швейцария Давосы Бөтә донъя иҡтисад форумы ҡунаҡтарын- милли хөкүмәт башлыҡтарын һәм ҙур халыҡ-ара ойошма вәкилдәрен көтә. Давоста төп урын, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала euronews, иҡтисадтан бигерәк геосәйәсәт көрсөгәнә биреләсәк.

Сара Чаппел,euronews:

Бер нисә йыл рәттән форумда ҡатнашыусылар глобаль финанс көрсөгө эҙемтәләре менән башын ауырттырҙы. Был юлы Давос килеп тыуған яңы проблемаларға иғтибарын йүнәлтә. Көн тәртибендә тәүге урында- халыҡ-ара конфликттар тыуыу ҡурҡынысы һәм уның донъя иҡтисадына йоғонтоһо.”

Давоста донъя державалары араһында етди конфликттар булыуы ихтимал, тип киҫәтәләр. Һүҙ Давостағы иҡтисад форумы директор-ойоштороусыһы Ли Хоуеллға:

Ысынында иһә, бындай һәр бер конфликт буйынса ниндәйҙер ҡарарҙарҙы алға һөргән өсөн, берәү ҙә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай. Кире моменттар күп, ә ыңғай яҡтарҙы беҙ күрмәйбеҙ. Былар- һиҙелерлек үҙгәрештәр...Һалҡын һуғыш тамамланып сирек быуат үткән мәлдә, быға яраҡлашып, нисек тә йәшәргә кәрәк. Донъя күп полярлыға, ҡатмарлыға әйләнде, проблемаларҙы йырып сығыу юлдары томанлы....”

Форум осоронда Давос ысын ҡәлғәгә әйләнде. Быйыл именлекте тәьмин итеү кимәле элеккегә ҡарағанда юғарыраҡ буласаҡ- Париж теракттарының шауҡымы был. Именлек саралары Швейцария кеҫәһен 8 миллион евроға таҡырайтасаҡ.






Комментариев нет:

Отправить комментарий