Француз
йәмғиәтендә территориаль, социаль һәм
этник апартеид йәшәй. Был турала Матиньон
һарайында матбуғат хеҙмәткәрҙәренә
төбәлгән Яңы йыл мөрәжәғәтендә республика
премьер-министры Мануэль Вальс белдерҙе.
Вальс илдәге теракт асып һалған Францияның
“ауырыуҙары” хаҡында һөйләне.
Вальс:
“Социаль
ҡыйынлыҡтарға көндәлек дискриминация
өҫтәлә: кемдеңдер фамилияһы “яраҡһыҙ,”
кемдеңдер тән төҫө “яраҡһыҙ” йәки
кемдер- ҡатын кеше. Беҙ аҡланырға
йыйынмайбыҙ, әммә дөрөҫлөктөң күҙенә
тура ҡарарға кәрәк”.
Париж
прокуратураһында иһә 4 йәш кешенән һорау
алдылар. Уларҙы Монтружда полицейскийҙы
атып үлтергән, Парижда йәһүдтәрҙең
хәләл ризыҡтар супремаркетына һөжүм
яһаған террорист Әхмәҙи Кулибалиға
ярҙам иткән, тип шикләнәләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий