вторник, 20 января 2015 г.

Һиндостанда такси: ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә.


Һиндостан баш ҡалаһы Нью-Делиҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙы хеҙмәтләндереүсе таксиҙар популяр була бара: уларҙың водителдәре- ҡатын-ҡыҙҙар һәм улар тик ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә тәғәйенләнгән. Илдә йыш булып торған көсләүҙәр, шул иҫәптән йәмәғәт транспортындағы көсләүҙәр бындай хеҙмәтләндереүгә ҡытлыҡ тыуҙырҙы. Автомобилдәр бәләкәс газ баллондары һәм полицияны саҡырыу кнопкаһы менән йыһазландырылған. Бынан тыш водителдәр үҙоборона курстарын үтә.

Улар яңы ҡатын-ҡыҙҙар менән аралаша, яңы мөхиткә эләгә, донъяға ла яңыса ҡарай башлай,-ти был хеҙмәттең директоры.-Белем алғас, тәжрибә туплағас,  тормошта ла үҙҙәрен ышаныслы тоя башлай.”

Күптән түгел Һиндостанда, 25 йәшлек ҡатын бөтә донъяға билдәле интернет-такси хеҙмәте водителе тарафынан көсләнгәс, йәнә ҡаршылыҡ акциялары башланды. Ошо ваҡиға арҡаһында, такси саҡырыу буйынса күпселек онлайн-сервистар тыйылды. Ә унан һуң оҙаҡ та тормай “Руль артында ҡатын-ҡыҙ – хәүеф юҡ!” яңы транспорт хеҙмәте күрһәтелә башланы.





Комментариев нет:

Отправить комментарий