вторник, 20 января 2015 г.

Грозныйҙа, ислам ҡиммәттәрен яҡлап, миллион самаһы кеше митингыға сыҡты.


Донъяның төрлө илдәре пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (сғс) карикатураларын эшләүгә ҡаршы акцияға сығыуҙы дауам итә. Чечня баш ҡалаһы Грозныйҙа ислам ҡиммәттәрен яҡлап һәм дини халыҡтың тойғоларын мыҫҡыл итеүгә ҡаршы “Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә һөйөү” атамаһы аҫтындағы акция, ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, миллионға яҡын кешене йыйҙы һәм мосолмандарҙың берлеген, терроризм, экстремизм күренештәрен ғәйепләүен күрһәтте.

Франциялағы хәлдәр, карикатуралар- һәр бер мосолман өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ әрнеү,-ти Чечняла йәшәүсе Әҙәм Сатуев.-Беҙ бөгөн барыһана ла татыу йәшәргә теләүебеҙҙе күрһәтергә теләйбеҙ.”

Меңдәрсә кеше дүшәмбе Таһранда француз илселеге янына йыйылды. Улар ҙа “Шарли Эбдо” карикатураларын ғәйепләне. “Францияға- үлем!”тип һөрәнләп, улар Америка һәм Израиль флагтарын яндырҙы.

Афғанстандың Джелалабадында ла шундай уҡ лозунгылар аҫтында митинг- 7 ғинуарҙа һөжүм яһалған “Шарли Эбдо”ның һуңғы һаны сыҡҡаны бирле өсөнсө митинг.

Француз хөкүмәтенең мосолман общинаһы алдында ғәфү үтенеүен теләйбеҙ,”-ти акцияла ҡатнашыусы.

Донъяның төрлө илдәре пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (сғс) карикатураларын эшләүгә ҡаршы акцияларға сығыуҙы дауам итә. Чечня баш ҡалаһы Грозныйҙа ислам ҡиммәттәрен яҡлап һәм дини халыҡтың тойғоларын мыҫҡыл итеүгә ҡаршы “Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләмгә һөйөү” атамаһы аҫтындағы акция, ойоштороусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, миллионға яҡын кешене йыйҙы һәм мосолмандарҙың берлеген, терроризм, экстремизм күренештәрен ғәйепләүен күрһәтте.

Франциялағы хәлдәр, карикатуралар- һәр бер мосолман өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ әрнеү,-ти Чечняла йәшәүсе Әҙәм Сатуев.-Беҙ бөгөн барыһана ла татыу йәшәргә теләүебеҙҙе күрһәтергә теләйбеҙ.”

Меңдәрсә кеше дүшәмбе Таһранда француз илселеге янына йыйылды. Улар ҙа “Шарли Эбдо” карикатураларын ғәйепләне. “Францияға- үлем!”тип һөрәнләп, улар Америка һәм Израиль флагтарын яндырҙы.
Афғанстандың Джелалабадында ла шундай уҡ лозунгылар аҫтында митинг- 7 ғинуарҙа һөжүм яһалған “Шарли Эбдо”ның һуңғы һаны сыҡҡаны бирле өсөнсө митинг уҙғарылды.

Француз хөкүмәте француз общинаһы алдында ғәфү үтенеүен теләйбеҙ,”-ти акцияла ҡатнашыусы.

Газала француз мәҙәни үҙәге бинаһы янында фәләстин сәләфтәре ҡаршылыҡ акцияһы үткәрҙе. “Амеди Кулибали Мөхәммәт (сғс) өсөн үс алды,”-тип яҙылғайны уларҙың плакаттарының береһендә. Улар француздарҙың Газа секторынан китеүен талап итте һәм үс алыу менән янаны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий