Кения
полицияһы дүшәмбе көн, мәктәп майҙансығын
төҙөлөш компанияһына биреүгә ҡаршы
сыҡҡан балаларҙы ҡыуып таратыу өсөн,
йәш ағыҙыусы газ ҡулланған. Был хәл
Найроби мәктәптәренең береһендә, 8-13
йәшлек бала-саға бер нисә ата-әсә һәм
уҡытыусылары ярҙамында мәктәптән тартып
алыған кәртәләнгән майҙансыҡ ҡапҡаһын
емерергә маташҡанда булған.
Балаларҙы
ҡыуып таратырға эттәр менән 40 полицейский
ебәрелгән. Кәм тигәндә, 5 балаға медицина
ярҙамы талап ителгән. Хәбәр итеүҙәренсә,
бер полицейский еңел тән йәрәхәте алған.
Ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡан уҡыусылар
төҙөлөш майҙаны стенаһын аҙаҡ емергән.
Ваҡиға
Кения йәмәғәтселегенең асыуын ҡабартты-
полицияны контролдә тотоу департаменты
башлығы балаларға ҡаршы газ ҡулланыуҙы
“ғәфү ителмәҫлек” хәл тип атаны. Властар
ғәҙел тикшереү үткәрергә вәғәҙә бирә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий