вторник, 27 января 2015 г.

Освенцим тотҡондары тарихты ҡайтанан яҙырға маташыуға ҡаршы.


Освенцимды азат итеүҙең 70 йыллығы алдынан иҫән ҡалған 300 самаһы тотҡон Польшаға килде. Унда Рәсәйҙән дә 10 кеше бар.

Үлем лагерының элекке тотҡондары тәү сиратта Холокост һәм Освенцим тарихын ҡайтанан яҙырға маташаыуҙарға ҡаршы сыға:

-Бында ысынлап та булғандарҙы һөйләр өсөн килдем. Мин әле көслө һәм мин еңеүсе булып ҡалдым.

-Улар дәлилдәр килтереүҙе һораймы? Мин- дәлил, минең улым- дәлил, бына был кешеләр ҙә- дәлил. Һис бер ялған юҡ, бында бер ҙә юҡҡа кешеләрҙе һәләк иттеләр. Яндырылған кәүҙәләрҙән ҡот осҡос еҫ таралғанын әле лә хәтерләйем.

Польшалағы Освенцим ҡалаһы янындағы үлем лагерына 1940 йылдың апрелендә нигеҙ һалына, ул тәүҙә Польша сәйәси тотҡондары өсөн тәғәйенләнә. Аҙаҡ унда йәһүдтәрҙе, сиғандарҙы, совет хәрби әсирҙарен оҙата башлайҙар.

Совет ғәскәрҙәре лагерҙы 1945 йылдың 27 ғинуарында азат итә.






Комментариев нет:

Отправить комментарий