вторник, 27 января 2015 г.

Гамбург мосолмандары: “Пегида” юҡ проблема менән ҡурҡыта.


Германияла йәшәүсе мосолман иммигранттарҙы исламға ҡаршы булған “Пегида” хәрәкәте популярлығы үҫә барыуы хәүефләндерә.

Гамбург үҙәгендәге Сент-Джордж районында сығышы менән Төркиә, Афғанстан һәм ғәрәп илдәренән булғандар йәшәй. Күптәре 70-се йылдарҙа уҡ килеп төпләнгән.

Урындағы мәсет имамы әйтеүенсә, “Пегида”алъюҫыҡҡа ҡурҡыу тыуҙыра:

Пегида,халыҡты ҡурҡытып, Германия имиджына зыян ғына килтерә. Улар үҙҙәренең демонстрацияһын ойошторған ерҙәрҙә иммигранттар 1 проценттан да кәмерәк. Был кешеләр һәр дүшәмбе һайын юҡ проблеманан ҡурҡҡан саҡта, беҙ һәр йома һайын был акциялар артында нимә ята икән тип ҡурҡабыҙ.”

Гамбург властары, билдәле өҫтөнлөктәр биреп, мосолман общиналары менән килешеү төҙөнө. Мосолмандар үҙ сиратында конституцияға һәм енестәр тигеҙлегенә таянып эш итергә йөкләмә алды.

Был акциялар кешеләрҙең дин тураһында, айырым алғанда, ислам хаҡында бер нәмә лә белмәүҙәрен күрһәтеп тора,”-ти төрөк общинаһы ағзаһы.

Минең уйымса, кешеләргә, бергә тыныс йәшәү өсөн, тырышлыҡ һалырға һәм башҡа диндәргә хөрмәт менән ҡарарға өйрәнергә кәрәк,”-тип, Гамбургта йәшәүсе ҡатын проблеманы хәл итеүгә үҙ рецебын тәҡдим итә



Комментариев нет:

Отправить комментарий