вторник, 27 января 2015 г.

Курд отрядтары Кобани ҡалаһын азат итте.


Курдтарҙың “пешмерга”ополчениеһы отрядтары һуғышсылары, айҙар буйы “Ислам дәүләте” төркөмө һуғышсылары менән алышҡандан һуң, Кобани ҡалаһын азат итеүҙе байрам итә. Төркиә сигендәге Канья-Курд ҡалҡыулығы өҫтөндә Курд үҙоборона көстәре флагы күтәрелде. Көн элгәре Кобаниҙың көнсығыш сиктәре курд отрядтары контроле аҫтына күсте. Хәбәр итеүҙәренсә, операция барышында 30-ҙан ашыу боевик юҡ ителгән.

Кобани ҡамауҙа 133 көн булды. ИД боевиктары ярты йыл элек үк Сүриәнең төньяғындағы курд регионы үҙәген баҫып алырға маташты, әммә көтөлмәгәнсә яҡшы ойошҡан ҡаршы тороуға осраны. Ҡала өсөн, ҡатын-ҡыҙ отрядтарын да индереп, 3 меңдән ашыу ополченец алышты.

Пешмерга” туҡтап ҡалырға уйламай- регионда 100-ҙән ашыу ауыл һәм ҡала боевиктар ҡулында.

Төркиәнең Диярбаҡыр ҡалаһында урындағы курдтар Кобаниҙағы еңеүҙе үҙенеке һымаҡ ҡабул итә. Был аңлашыла ла: Төркиә властары Ирак курдтары өсөн сикте асҡас, тап шунан ярҙам килде.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Төркиәнең Сүриә менән сиктәш Шанлыурфа провинцияһында Кобани ҡасаҡтары өсөн яңы лагерь асылған. Лагерь 35 меңгә ҡәҙәр кешене һыйҙыра.



Комментариев нет:

Отправить комментарий