Һуңғы
мәғлүмәттәр буйынса, 11 кеше Ливия баш
ҡалаһы ҡунаҡханаһына яһалған һөжүм ҡорбаны
булған. Ҡунаҡханала Ливия чиновниктары
һәм сит ил дипломаттары, журналистары
йәшәгән. Һәләк булыусылар араһында сит
ил кешеләре- АҠШ, Франция, Көньяҡ Корея
һәм Филиппин граждандары бар.
Һөжүм
иртән була: тәүҙә тышта автомобиль
шартлай; ығы-зығынан файҙаланып,
террористар эскә береп инә һәм атыш
башлай. Аҙаҡ боевиктар 24-се ҡатта нығынып
ала; махсус хеҙмәттәр уратып алғас, улар
үҙ-үҙҙәрен шартлата.
-Унда
сумкаһына шартлатҡыс һалған ике кеше
бар ине. Шуларҙың береһе мине эләктереп
алды, әммә шартлау булманы. Икенсе
әҙәмдең ҡоролмаһы шартланы,-тип һөйләй
ҡунаҡхананың иҫән ҡалған һаҡсыһы.
Һөжүм
өсөн яуаплылыҡты “Ислам
дәүләте”нә ҡушылған Ливия төркөмө үҙ
өҫтөнә алды. Экстремистар был һөжүмде
йыл башында Нью-Йоркта судты көткәндә
вафат булған “Әл-Ҡаиҙә” башлығы үлеме
өсөн үс алыу”,-
тип атаны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий