среда, 28 января 2015 г.

Иордания Ирак террорисын үҙ пилотына һәм Япония журналисына алмаштырырға әҙер.


Иордания властары үлем язаһына хөкөм ителгән Ирак террорисын үҙ пилотына һәм Япония журналисына алмаштырырға әҙер. Был турала Хашимит короллеге етәкселеге вәкилдәре хәбәр итте. Белдереүҙә әйтелеүенсә, Амман Иордания Хәрби һауа көстәре пилоты Мәғәҙ әл-Кәсабсиҙы имен-аман килеш тапшырыуҙы талап итә. Уның самолетын декабрь аҙағында “Ислам дәүләте” боевиктары Сүриә өҫтөнән бәреп төшөргәйне.

Япония һәм Иордания властары был мәсьәлә буйынса тығыҙ бәйләнештә эшләй. Япония журналисы Кэндзи Готоның Иордания осоусыһы менән бергә азат ителеүе аныҡ ҡына билдәле түгел.

Үткән аҙнала экстремистар, 72 сәғәт эсендә 200 млн доллар талап итеп, әсирлеккә алынған Япония граждандары Кэнзи Гото һәм Харуна Юкава менән видеоны таратты. Аҙаҡ асыҡланыуынса, Юкава үлгән булып сыҡты.

Экстремистар таратҡан яңы видеола журналист террорист ҡатын Сажиҙә әр-Ришавиҙы төрмәнән сығарһындар өсөн, Иордания властарына баҫым яһарға саҡыра. 

Токиола, Готоны азат итеүҙе талап итеп, акциялар үтте.







Комментариев нет:

Отправить комментарий