четверг, 29 января 2015 г.

Италияла “Ндрагета” кланына ҡараған 100-ҙән ашыу мафиози ҡулға алынған.


Йөҙ ярым мафиози ҡулға алынған һәм 100 миллиондан ашыу евро тартып алынған- итальян карабинерҙарының һуңғы айҙарҙағы иң ҙур операцияһы һөҙөмтәһе был. Полиция Калабриянан (Италияның көньяғы) булған “Ндрагета” кланына ҡараған мафиозиҙарҙы ҡулға алған.

Операция башлыса 1980 йылдар башында уҡ илдең төньяғында, Эмилия- Романья провинцияһында төпләнгән “Ндрагета” ағзаларына ҡаршы йүнәлтелгән. Болоньяла тамыр йәйгән был клан ағзалары мафиозиҙар өсөн ғәҙәти булған эш менән шөғөлләнгән: рэкет, хәрәм аҡсаларҙы законлаштырыу һәм властарҙы һатып алыу. Енәйәтселәр ауына ҙур бизнесмендар, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм полиция ла эләккән.

Ҡулға алынған “Ндрагета” ағзалары араһында футбол буйынса Италияның донъя чемпионы Винченцо Яквинтаның атаһы ла бар.


Авторы: Артём Асланьян | RAI, REUTERS материалдары буйынса.

Комментариев нет:

Отправить комментарий