четверг, 29 января 2015 г.

Испания Голан бейеклегендә һәләк булған үҙенең тыныслыҡ һаҡсыһы үлемен тикшереүҙе талап итә.


Голан бейеклегендә һәләк булған испан тыныслыҡ һаҡсыһы Израиль ғәскәрҙәренең утҡа тотоуы ҡорбаны булыуын күп рәсми кешеләр һәм Испания киң мәғлүмәт саралары раҫланы. Рәсми Израиль был хәлде Хезболлах төркөмө позицияларына яуап уты асылды тип белдерҙе. “Цахал”дың ике һалдатын һәләк иткән, етәүһен яралаған Хезболлах һөжүменә яуап итеп, Израиль армияһы боевиктар позицияларына 50-нән ашыу снаряд ебәргән.

Сығышы менән Малаганан булған 36 йәшлек Франциско Толедо БМО-ның тыныслыҡ урынлаштырыу көстәрендә 11 йыл хеҙмәт иткән. Был уның Яҡын Көнсығышҡа икенсе миссияһы. Ватанында уның ауырлы ҡатыны ҡалған.

Испания был ваҡиға буйынса кисекмәҫтән етди тикшереү үткәреүҙе һорап БМО-ға мөрәжәғәт итте,”-тип белдерҙе Испания сит ил эштәре министры.

Голан бейеклектәре территорияһы, 1967 йылда барған 6 көнлөк һуғыштан һуң, Израиль тарафынан Сүриәнән аннексияға алына. 1981 йылда Израиль рәсми рәүештә Голан бейеклектәрен үҙ белдеге менән йәһүд дәүләте составына ҡуша.

Голан бейеклектәре- стратегия йәһәтенән мөһим территория, Израилгә эсәр һыуҙың 1/3 өлөшө шунан килә. Ливандың көньяҡ райондарын контролдә тотҡан Хезболлах төркөмө Голан бейеклектәренең “Шебаа фермаһы” тип аталған төньяҡ өлөшөн (әлеге конфликт районы) Ливан территорияһы тип иҫәпләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий