четверг, 29 января 2015 г.

Сүриә-Төркиә сигендәге курдтарҙың Кобани ҡалаһы хараба хәлендә, тик уның халҡы барыбер еңеүҙе байрам итә.


Дүрт ай барған аяуһыҙ һуғыштарҙан һуң, курдтарҙың “Пешмерга” отряды уны “Ислам дәүләте” боевиктарынан азат итте. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ-ара күҙәтеүселәр фекере буйынса, Кобани өсөн алышҡа нөктә ҡуйылмаған: ҡала ситтәрендә йөҙҙәрсә боевик ҡасып-боҫоп йөрөй.

Һуғыш Кобаниҙы харабаға әйләндерҙе, тотош кварталдар ер менән тигеҙләнгән. Ҡаланың йөҙҙәрсә мең ҡасағы ғаиләләре менән Төркиә яғына сыҡҡан. Төркиә йәмғеһе 2 миллион самаһы ҡасаҡты ҡабул иткән, шуларҙың миллион ярымы сик буйындағы палаткалы лагерҙарҙа урынлашҡан. Иң ҙур Мюршиц-Пинаш лагерында ҡасаҡтарҙың күбеһе түҙемһеҙлек менән йорттарына ҡайтыуҙы көтә.

Үҙ өйөбөҙгә ҡатҡыбыҙ килә,-ти Кобани ҡасаҡтарының береһе.-именлек көстәре беҙҙе көс ҡулланыуҙарҙан һаҡларға тейеш. Беҙ ул ҡотһоҙ әҙәмдәрҙән имен булырға тейеш.”

Беҙгә ярҙам итерҙәр, беҙҙең халыҡты яҡларҙар тип өмөтләнәбеҙ,-ти Кобаниҙан ҡасаҡ ҡатын.-Кобаниға ҡайтып, унда тыныс ҡына йәшәгебеҙ, илбаҫарҙарҙың кире килмәҫенә ышанғыбыҙ килә.”

Төрөк властары, йәйгә ҡасаҡтар үҙ йорттарына ҡайта алыр, тип өмөтләнә. Әлегә хәрбиҙәр сик буйындағы Сүриә ҡалалары халҡының именлеген тәьмин итә алмай.





Комментариев нет:

Отправить комментарий