пятница, 30 января 2015 г.

Мехико: бала табыу йорто харабалары аҫтынан имен ҡалған бәпәйҙәр табылған.


Мехикола бала табыу йортонда, газ автоцистернаһы шартлау һөҙөмтәһендә, 3 кеше һәләк булған, тиҫтәлрсә кеше тән йәрәхәттәре алған. Бәпестәрҙе лә индереп, зыян күреүселәрҙең 20-һе бик ауыр хәлдә. Хәстәхана бинаһы тотош емерелгән. Ваҡиға Мехика баш ҡалаһының газ үткәргесе булмаған Куахимальпа районында булған.

Мехико мэры Мигель Анхель Мансера хәбәр итеүенсә, фажиғәнең сәбәбе шунда: балалар йорто ашханаһы резервуарына яғыулыҡ тултырғанда, шлангынан газ сығып торған. Бинаның харабалары аҫтынан ҡотҡарыусылар иҫән ҡалған бер нисә бәпәйҙе тапҡан.

Фажиғә урынына Мехика президенты Энрике Пенья Ньето килде:

Балаларҙың имен ҡалыуына беҙ бик шатбыҙ. Әсәләрҙең ҡайһы берҙәре яраланған, әммә уларҙың һаулығы ҡурҡыныс аҫтында түгел. Беҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр хәлдә булған балаларҙы ла күрҙек.”

Газ сығыуын туҡтатырға маташҡанда, йәнә шартлау яңғыраған. Ваҡиғаға ҡыҫылышы булған 20 кеше ҡулға алынған, уларҙың икәүһе госпиталдә.

2013 йылда ла, газ автоцистернаһы шартлау һөҙөмтәһендә, Мехико ситендә 22 кеше һәләк булғайны.

Авторы: Irina Sheludkova | ITASS, REUTERS материалдары буйынса.


Комментариев нет:

Отправить комментарий