пятница, 30 января 2015 г.

АҠШ Кубаға Гуантанамо базаһын кире ҡайтарырға уйламай.


АҠШ Куба менән мөнәсәбәттәрҙе нормалләштереү яғында, әммә Гуантанамо хәрби базаһын бирергә уйламай. Был турала Аҡ йорт сәркәтибе Джош Эрнест хәбәр итте. “Вашингтон база территорияһын Куба юрисдикцияһына тапшырырға ниәтләйме?”- тип журналистарҙың һорауына “Юҡ” тигән яуап яңғыраны. Бынан тыш ул шуны ла билдәләп үтте: Вашингтон һәм Гавана араһында, кеше хоҡуҡтары проблемаһын да индереп, күп һанлы фекер айырымлыҡтары бар.

Эрнест:
Мәғлүм булыуынса, АҠШ һәм Куба араһында фекер айырымлыҡтарының тотош спектры. Анығыраҡ әйтһәк, Америка хөкүмәте, беҙҙең ҡиммәттәр араһында һәм Куба хөкүмәте һәм улар иғлан иткән, әммә уға таянып эш итмәгән ҡиммәттәр араһында. Кастро режимының үҙ ҡараштарын асыҡтан-асыҡ белдергән сәйәси диссиденттарға, хатта ҡайһы бер репортерҙарға мөнәсәбәте лә беҙҙе борсой.”

Бынан алда Куба лидеры Рауль Кастро АҠШ-ты Гуантанамоны кире ҡайтарырға, утрауҙы иҡтисади блокадала тотоуҙы туҡтатырға саҡырғайны. Аҡ йорттоң матбуғат сәркәтибе президент Барак Обаманың Гуантанамо базаһында террористар өсөн махсус төрмәне элеккесә ябырға ниәтләүе һәм ошоға бәйле дискуссияны Конгреста дауам итергә уйлауы хаҡында белдерҙе. “Тик был базаны ликвидациялау хаҡында һөйләмәй,”-тип тамамлап ҡуйҙы Эрнест.


Комментариев нет:

Отправить комментарий