суббота, 31 января 2015 г.

ЕС буйынса партнерҙары Греция менән диалогтан баш тартырға уйламай.


Евроберләшмә Греция менән конструктив диалогты дауам итергә теләй- Франция президенты Франсуа Олланд һәм Германия канцлеры Ангела Меркелдың өс сәғәткә һуҙылған әңгәмәһенең төп мәғәнәһе шуға ҡайтып ҡала. Әңгәмә француздарҙың Страсбург ресторанында барҙы, ике илдең лидерын унда Европарламент рәйесе социал-демократ Мартин-Шульц саҡырҙы.

Бынан алда булған Афиналағы һөйләшеүҙәр барышында Грецияның яңы хөкүмәте 240 миллиард евро кредит биргән халыҡ-ара “өсәү” менән һөйләшеүҙән баш тартты.
Греция баш ҡалаһындағы һөйләшеү оҙаҡҡа һуҙылманы, уның һөҙөмтәләре буйынса Евротөркөм башлығы Йерун Дейсселблум һәм Греция финанс министры Яннис Варуфакис белдереү яһаны:

ЕС-тың бөтә илдәре араһындағы һөйләшеүҙәрҙән һуң, барса Европаның мәнфәғәтен күҙ уңында тотҡан Европа һәм евро зонаһы өсөн яңы килешеү төҙөү яҡшыраҡ булыр.”

Афина фекере буйынса, ситтән алынған бурыстар иҡтисадты сүпләй генә. Бөгөнгө көндә Грецияның дөйөм бурысы- 320 миллиард евро. 16 февралдәге Евротөркөм саммитында ике яҡ йәнә һөйләшеүҙәр башлаясаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий