суббота, 31 января 2015 г.

Германия: исламистарға ҡаршы радикалдарҙың рәттәре һирәгәйә.


Радикаль анти-исламистар йома көн Лейпциг урамдарына 1500 самаһы теләктәшен йыйҙы. Расизмға яҡын торған, ксенофобия менән билдәле булған хәрәкәт уҙған йылдың көҙөнән алып Германияның көнсығышында әүҙемләшә башланы.

Дрезденда “Пегида”(йәғни “Көнбайышты исламлаштырыуға ҡаршы патриотик европалылар”) атамаһы аҫтындағы ойошма урамдарға 25 меңгә ҡәҙәр кешене алып сыҡты. 10 көн элек, был ойошма башлығы ғауға менән отставкаға киткәс, уның етәкселегенән йәнә 5 кеше китте, ә “Пегида” үҙе элекке популярлығын юғалтты.

Лейпцигтағы “Пегида”ның унан да радикалыраҡ аналогы-”Легида төркөмө”-үҙенең күп һанлы арҡаҙаштары хаҡында белдерҙе, ә ҡаланың опера театры бинаһы алдына 1500 кешене генә йыя алды. Күрше урамдарға иһә полиция күҙәтеүе аҫтында радикәлләшеүгә ҡаршы сыҡҡан 5000 кеше йыйылды.



Комментариев нет:

Отправить комментарий