Палермоның
элекке судьяһы, мафияның күптәнге
дошманы: Италияның яңы президентынан
протокол вазифаларын үтәүҙе генә түгел,
енәйәтселек менән көрәште һиҙелерлек
көсәйтеүҙе көтәләр.
-Ул
сәйәсәткә һуң – Сицилия регионы хөкүмәте
рәйесе булып эшләгән ағаһы Пьерсантиҙы
мафия боевиктары үлтергәс кенә килде.
Барыһы ла, бындай кеше мафия һәм ойошҡан
енәйәтселек менән көрәшкә бөтә көсөн
һалыр, тип өмөтләнә,-ти Ask@Newsтың
баш
редакторы Альфредо Ранаволо.
Матарелла
идара итеүсе Демократик фирҡә кандидаты
ине; Италия өсөн һайлау тиҙ атҡарылды,
тип иҫәпләнә, ә был иһә тәү сиратта
демократтар лидеры, премьер Маттео
Ренциҙың уңышы.
-Ренци
режиссер ролен башҡарҙы һәм хөкүмәт
башлығы булараҡ түгел, Демократик
фирҡә- беҙҙең парламенттағы әйҙәүсе
фирҡә сәркәтибе булараҡ мөһим уңышҡа
иреште,-тип иҫәпләй Ранаволо.
Комментариев нет:
Отправить комментарий