Оппозициялағы
һул Podemos фирҡәһе
ойошторған “Үҙгәрештәр маршы” Мадрид
үҙәгенә хужа булды. Полиция мәғлүмәттте
буйынса, унда бөтә илдән йыйылған 100
меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Марш
Пуэрта-дель-Соль майҙанында митинг
менән тамамланды; уны ойоштороусылар
шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: улар “ҡаршылыҡ
күрһәтергә лә, хөкүмәттән берәй нәмә
һорарға ла йыйынмай,” үҙгәрештәргә
табан ваҡыт иҫәбе һанала башланыуын
ғына күрһәтә.
“Бөгөн
беҙ ватаныбыҙ яҡшыраҡ булһын тип
хыялланабыҙ,-ти фирҡә лидеры Пабло
Иглесиас.-Тик беҙ был майҙанды артабан
да хыялланыр өсөн тултырманыҡ. Беҙ бында
хыялыбыҙҙы 2015 йылда тормошҡа ашырыр
өсөн йыйылдыҡ. Быйыл беҙ сәйәси
үҙгәрештәрҙе тәьмин итәсәкбеҙ. Быйыл
беҙ яңы этапты башлап ебәрәсәкбеҙ. Быйыл
беҙ һайлауҙарҙа Халыҡ фирҡәһе
консерваторҙарын еңеп сығасаҡбыҙ.”
Фирҡә
алған биш бурыстың береһе- бурыстарҙы
реструктуризациялау. Фирҡә яҡлылар,
Podemos быйыл
уҡ парламент һайлауҙарында гректарҙың
СИРИЗАһы уңышын ҡабатлаясаҡ, тип ышана.
“Беҙ,
“өсәү”
һәм Меркель менән көрәшеү
өсөн, Греция һәм башҡа көньяҡ Европа
илдәре менән берләшергә тейеш,”-ти
маршта ҡатнашыусы.
“Минең
уйымса, ул ҙур резонанс аласаҡ. Бер йыл
самаһы элек бындай хәлде күҙ алдына
килтереүе лә ауыр ине,”-ти Podemosты
яҡлаусы.
Бер
йыл эсендә Podemos популярлығы
буйынса икенсе урынға сыҡты, әлегә ул
“Халыҡ фирҡәһе”нән генә ҡалыша. Әммә
үҙгәрештәр маршында ҡатнашыусылар,
идара итеүсе фирҡәнең көнө бөтөүгә
ишара яһап, сәғәт төшөрөлгән плакаттар
менән йөрөнө.
Комментариев нет:
Отправить комментарий