воскресенье, 25 января 2015 г.

Германия сит ил эштәре башлығы немецтарҙы Холокосты онотмаҫҡа саҡырҙы.


Германия сит ил эштәре башлығы Франк-Вальтер Штайнмайер немецтарҙы Холокост фажиғәһен онотмаҫҡа саҡырҙы. Был турала Deutsche Welle хәбәр итте.

Ата-әсәләрҙең бурысы- быны оноторға ярамағанлығын аңлатыу,”-тине министр.

Ул шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: Берлин нацистарҙың енәйәттәре өсөн яуаплылыҡты аңлай һәм уны халыҡ-ара йәмәғәтселеккә ҡабул итеүҙе баһалай. 27 ғинуарҙы, Освенцимды азат итеү көнөн, Штайнмайер “Германияның хурлыҡ көнө”тип атаны.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығының кеше хоҡуҡтары, демократия һәм хоҡуҡ өҫтөнлөгө мәсьәләләре буйынса вәкиле Константин Долгов фекеренсә, Рига иһә нацизмды аҡлау курсынан баш тартырға әҙер түгел.
25.01.2015, 17:36 | «Газета.Ru»


Комментариев нет:

Отправить комментарий