понедельник, 26 января 2015 г.

Грецияла Сириза һул радикалдарының еңеүе- Брюсселгә ҡаршы восстание.


Грециялағы һайлауҙарҙа СИРИЗА һул радикаль көстәр коалицияһы еңеүе бөтә Европалағы үҙгәреште аңлатмаймы? СИРИЗА башлығы Алексис Ципрас быға һәм ил өсөн яңы эра тыуыуына ышана. Төндә Афина университеты янына йыйылған меңдәрсә уның яҡлылар ҙа быға ышана. Ципрас- Брюсселдең ҡаты экономия сараларынан асыҡтан-асыҡ баш тартыусы лозунгылар аҫтында һайланған Европалағы тәүге дәүләт башлығы.

-Греция үҙ тарихының яңы битен асты, Греция ҡаты экономия сәйәсәтен, хафаларҙы һәм авторитар идара итеүҙе, биш йылға һуҙылған кәмһетеүҙәрҙе һәм ғазаптарҙы артта ҡалдырҙы. Илебеҙ алға оптимизм, өмөт менән, бәҫен төшөрмәйенсә, үҙгәреүсән Европала ышаныслы аҙым менән атлай. Греция граждандары шуны хәл итте: улар ҡаты экономияны һәм харабаларҙы теләмәй,-тине ул.

СИРИЗА яҡлылар еңеүҙе байрам фейерверктары һәм флагтар менән ҡаршыланы. Улар хәҙер тормоштары яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә ышана.

-Беҙ Грецияның хәҙерге тарихындағы иң мөһим һайлауҙа ҡатнаштыҡ. Беҙ, йәштәр, уға яңы юл астыҡ. Греция үҙгәрәсәк. Европа үҙгәрәсәк.

-Бөтә нәмә үҙгәрәсәк. Был- ҡаты экономия сараларына сик ҡуйылды тигән һүҙ, беҙ бынан һуң урамдарҙа төн сығырға мөйөшө булмаған асарбаҡтарҙы күрмәйәсәкбеҙ, банкылар беҙҙең йорттарыбыҙҙы конфискациялауҙы туҡтатасаҡ.


Һөҙөмтәләр иғлан ителгәс, Алексис Ципрастың тәүге сығышын тыңлар өсөн, меңдәрсә кеше майҙанға йыйылды. Греция, иҫке бит ябылыр һәм ҡаты экономияһы менән “өсәү” артта ҡалыр, тип ышана,”-тип хәбәр итә Афинанан Euronews хәбәрсеһе Николетте Критику.

Комментариев нет:

Отправить комментарий