понедельник, 26 января 2015 г.

Демис Руссос донъя ҡуйған.


Грек йырсыһы һәм музыканты Демис Руссос 68 йәшендә Афина госпиталендә донъя ҡуйған.

Руссос 1946 йылда Мысырҙа тыуа. Музыка мәктәбендә уҡый, гитарала, контрабаста һәм органда уйнай. 50-се йылдар уртаһында ғаилә үҙенең тарихи ватанына ҡайта.

1963 йылда Руссос ике музыкант менән “Афродита балалары” тигән төркөм ойоштора. Төркөмдөң “Ямғыр һәм йәштәр йыры” бөтә донъяға билдәле хитҡа әүерелә. 1971 йылдан ул йырҙарҙы яңғыҙ башҡарыуға күсә.

Инстинктив рәүештә мин Урта диңгеҙ буйы йырҙарын, мөхәббәт йырҙарын йырланым,-ти Руссос 2002 йылда.-Ахыр сиктә, был уңыш ҡына түгел ине- уны мин беренселәрҙән булып башланым һәм ул модаға инеп китте. Ошо рәүешле бик күп йырсылар сығыш яһай башланы. Мәҫәлән, шуларҙың береһе Хулио Иглесиас ине...”

1985 йылда Руссос террористар баҫып алған самолетта була һәм бер нисә көндө уға аманат рәүешендә үткәрергә тура килә.

Руссостың ижади карьераһы дәүерендә уның йырҙары менән 60 миллиондан ашыу диск һатыла...

Һуңғы йылдарҙа Руссос Грецияла һәм Францияла йәшәй.






Комментариев нет:

Отправить комментарий