Кәм
тигәндә, 10 кеше Испаниялағы Греция Хәрби
Һауа көстәре истребителе һәләкәтендә
ҡорбан булған.
Льянос
авибазаһынан осоп киткәс тә, F-16
идара итеүҙе юғалтҡан һәм төрлө ил
осоусылары һәм механиктары булған ангар
өҫтөнә ҡолаған. Һәләк булыусылар
араһында- ике грек пилоты һәм һигеҙ
француз гражданы.
19
кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре
алған.
-Һәммәһе
лә бик тиҙ булды. Мин шуны ғына күрҙем:
осоп киткәс тә, 10 метр бейеклеккә
күтәрелеп, самолет уңға боролдо ла ҡолап
шартланы,-ти был хәлдең шаһиты.
Грек
һәм француз осоусылары НАТО
пилот-истребителдәренең квалификацияһын
күтәреү программаһы сиктәрендә Испанияла
булған.
Истребитель
ярсыҡтары һәм янғын ерҙәге йәнә бер
нисә хәрби машинаға зыян килтергән.
Хәҙер
авибаза уратып алынған: унда ҡотҡарыусылар
һәм янғын һүндереүселәр эшләй, тәфтишселәр
һәләкәт сәбәптәрен асыҡларға маташа.
Комментариев нет:
Отправить комментарий