Халыҡ-ара
Standard &Poor’s
Рәсәй
кредит рейтингын спекулятив “ВВ+”
кимәленә төшөрҙө, прогноз кире, йәғни
ул йәнә түбәнәйеүе ихтимал. Декабрҙә
агенство рейтинг кимәлен ҡайтанан
ҡарарға булып, Рәсәй валютаһы курсы
төшөүен һәм иҡтисадтың көсһөҙләнеүен
билдәләгәйне.
Көнбайыш
санкциялары һәм уҙған йыл нефткә хаҡтар
60 процентҡа -баррель өсөн 50 долларҙан
төшөүе фонында декабрҙә Рәсәй һумы
девальвацияһы булды.
Халыҡ-ара
ойошмалар Рәсәй иҡтисадының уғата
түбәнәйеүен күҙаллай- ВВП буйынса 5
процентҡа ҡәҙәр. Февраль башына хөкүмәт
бюджет сығымдарын кәметеү проектын
әҙерләргә ниәтләй, ниндәй кимәлгә ҡәҙәр-
әлегә аныҡ түгел, сөнки әлеге бюджет
хаҡындағы закон нефткә хаҡтар баррель
өсөн 100 доллар, ә доллар 37 һум кимәленән
сығып төҙөлгән. (иртәгәгә ҮБ курсы- 65,5
һум).
Standard
&Poor’s өлгөһөнә
башҡа агенстволар ҙа эйәреүе ихтимал,
уларҙа Рәсәй рейтингы- “cүп
алдында”.
Был
иһә инвестицияларҙы юғалтыуға килтереүе
ихтимал. Үткән йыл Рәсәйҙән ҡасҡан
капитал рекорд ҡуйҙы, ул 150 млрд долларҙан
ашыу ине.
Рәсәй финанс министрлығы фекере буйынса, S&P эше үтә лә пессимислыҡ менән аңлатыла, улар Рәсәй иҡтисадының көслө яҡтарын иҫәпкә алмай.
Рәсәй финанс министрлығы фекере буйынса, S&P эше үтә лә пессимислыҡ менән аңлатыла, улар Рәсәй иҡтисадының көслө яҡтарын иҫәпкә алмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий