Ике
ҡыҙ- Италия граждандары- Сүриәлә азат
ителгән. Был турала Италияның реформалар
министры Мария Елена Боски хәбәр итте.
Грета
Рамелли һәм Ванесса Мардзулло Сүриәләге
“Әл-Ҡаиҙә” бүлеге экстремистары ҡулына
уҙған йылдың 31 июлендә эләккән. Улар
хәйриә ойошмаһында волонтерҙар булып
эшләгән. 1 ғинуарҙа видео пәйҙә булды,
унда ҡыҙҙар, азат итеүҙе һорап, Италия
хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә.
Италия
матбуғаты мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙҙарҙы
иреккә сығарыу өсөн, Рим 12 миллион евро
түләгән. Билдәле, рәсми сығанаҡтар был
мәғлүмәтте раҫламай.
Киң мәғлүмәт
саралары шуны ла иҫкә төшөрҙө: ҡыҙҙар
Көнбайышҡа ҡаршы позицияла торған,
үҙҙәренең интернет-блогтарында Америкаға
ҡаршы лозунгылар баҫтырған, Сүриә
оппозицияһын яҡлап, манифестацияларҙа
әүҙем ҡатнашҡан.
Комментариев нет:
Отправить комментарий