четверг, 15 января 2015 г.

”Charlie Hebdo” журналының яңы һаны- провокациямы әллә күңел асыу хоҡуғымы?


Ҡайһы бер Париж мосолмандары “иҫән ҡалғандар сығарылышы” атамаһын алған ”Charlie Hebdo” журналының яңы һанын эҙләү менән мәшғүл. Икенселәре быны сираттағы провокация тип атай, сөнки журналистар баҫманың тышлығында йәнә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (сғс) карикатураһын эшләне (тәүбә, тәүбә).

-Ошомо азатлыҡ иле? Улайһа мин үҙ фекеремде әйтәм: мин ”Charlie Hebdo” ҡылған эшкә риза түгел, сөнки баҫма изге нәмәгә- беҙҙең пәйғәмбәргә тейә. Улар минең атайыма, минең әсәйемә йәки минең балаларыма тейә ала, ә пәйғәмбәребеҙгә улар тейә алмай. Был бик насар эш!-ти йәш ҡатын.

-Беҙҙең һәр беребеҙҙең юморға, карикатуралар төшөрөүгә хоҡуғы бар. Мин аңламайым: ни өсөн беҙ көлөүҙән тыйылырға тейеш,-ти бер ҡыҙ.

Донъя "билдәле" француз аҙналығының баҫмаһын төрлөсә ҡабул итте. Ҡайһы бер илдәрҙең баҫмалары күрмәмеш-белмәмеш булды, икенселәре ”Charlie Hebdo” карикатураларын баҫтырып сығарҙы, өсөнсөләре иһә ғәйепләп сыҡты.

Таһранда баҫманың “яңы провокацияларын” өнәмәһәләр ҙә, үлтереш, террорҙы хупламайҙар:

-Минеңсә, теләһә ниндәй дин- ислам булһынмы ул, христиан динеме, иудаизм булһынмы йәки беҙ белгән һәм белмәгән башҡа диндәр булһынмы- кеше үлтереүҙе ғәйеп һанай. Гуманизм хаҡына быны барыһы ла ғәйепләргә тейеш,-ти Иран пенсионеры.

Газа секторында журнал редакцияһының провокацион сәйәсәт алып барыуы хаҡында һөйләйҙәр:


-Улар пәйғәмбәребеҙ (cғс) һүрәтен төшөрәләр. Беҙҙеңсә, баҫманың емергес эше мосолмандарға ла, европалыларҙың үҙҙәренә лә зыян килтерә, сөнки был асыҡтан-асыҡ провокация.

Комментариев нет:

Отправить комментарий