Сөнниҙәрҙең
дин белгестәре тышлығында Мөхәммәт
(сғс) пәйғәмбәр төшөрөлгән “Шарли Эбдо”
баҫмаһына бөтөнләй иғтибар итмәҫкә
саҡыра.
Ҡаһирәнең
ислам донъяһындағы иң хөрмәтле Әл-Әзһәр
университеты профессорҙары француз
журналистарының ҡарарын хупламай:
-Кешеләрҙең
хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапарға
ярамай- ислам беҙҙе шуға өйрәтә. Беҙ
бөтә мосолмандарҙы был эшкә әһәмиәт
бирмәҫкә, иғтибар итмәҫкә саҡырабыҙ;
көс ҡулланыуҙарҙан, ваҡиғаларҙың уғата
хөртәйеп китеүенән, шаулы реакцияһынан һаҡланыу өсөн, был турала һөйләп тороу
ҙа кәрәкмәй,-ти университет проректоры
Аббас Шоман.
-Сөнниҙәрҙә
пәйғәмбәр (сғс) һәм башҡа изгеләрҙең
һүрәтен төшөрөү- ярамаған эш, сөнки
һүрәттәргә табыныу- харам.
Ҡаһирәләге
хәбәрсебеҙ Мөхәммәт Шәйехибраһим хәбәр
итә:
-“Шарли
Эбдо” йәнә карикатура баҫтырып
сығарғандан һуң, был баҫмаға теләктәшлек
белдереүсе мосолмандар бик
ныҡ кәмене. Шул уҡ ваҡытта дини лидерҙар
сабырлыҡҡа, түҙем булырға саҡыра.
Комментариев нет:
Отправить комментарий