суббота, 21 февраля 2015 г.

Грециялағы 6 йылға һуҙылған рецессия һөҙөмтәһе: эшһеҙлек, хәйерселек һәм үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙар.


Бына ике йыл инде Йоргос һәм Евгения Кузилос электрһыҙ йәшәй. Кис еткәс, улар өс балаһы менән шәм яҡтыһында ултыра һәм был күп ғаиләләр өсөн ғәҙәти күренеш. Грецияла меңдәрсә ғаилә дәүләт энергетик компаниялары иҫәптәре буйынса түләй алмай. Милли статистика буйынса, 300 мең ғаилә хәйерселек хәлендә көн күрә.

Был хәлде ҡатыным, бигерәк тә балаларым ауыр кисерә. Улар менән бөтә дәрестәрҙе көндөҙ эшләп ҡалырға тырышабыҙ,”-ти Йоргос.

Бөгөн иртән Михалис Цаусоглу ғәҙәттәгесә Афина ситендәге бушлай аҙыҡ-түлек таратыу пунктына килде. Һуңғы 5 йылда йөк машинаһы водителе эшһеҙ ултыра. Уның 35 йыллыҡ стажы бар, әммә бөгөн Михалистың һыу һәм электр өсөн бер йыллыҡ, ә фатир өсөн ярты йыллыҡ бурысы бар. Һуңғы ярты йыл эсендә ул бер евро ла эш хаҡы алмаған.

Шуны ғына әйтә алам: үҙемде кәрәкһеҙ тиеп тоям. Үҙемде ситләтелгән итеп тоям, әйтерһең, мин юҡ,”-ти ул.

Грецияның Файҙалы тәғәм итеү институты мәғлүмәттәре буйынса, ғаиләләрҙең 20 процентында балалар уҙған йылда туйғансы ашай алмауын таныған.

Ҡорһаҡты ҡыҫып бәйләү сәйәсәтенең алты йылға һуҙылған йәнә бер ҡот осҡос эҙемтәһе шул: 10 миллионлы халыҡтың 2 миллионына дәүләттең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә юл ябыҡ. Күбеһенсә һүҙ халыҡтың ике категорияһы хаҡында бара: тәүгеләре урта класҡа ҡараған, әммә көрсөк арҡаһында эшен юғалтҡан; икенселәре иһә- рецессия арҡаһында эш таба алмаған йәштәр. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Грецияла социаль страховкалауҙы эш биреүсе тәьмин итә. Илдә эшһеҙлек кимәле ифрат юғары, үткән йылдың ноябрендә ул 26 % ине, ә йәштәр араһында- 50,6%.

Самалы ғына үҫешкә ҡарамаҫтан (2014 йылдың дүртенсе кварталында ВВП буйынса 1,7%), эш урындарын ҡыҫҡартыу дауам итә. Һуңғы миҫалдарҙың береһе- Халкида ҡалаһындағы Lafarge төркөмө цемент заводы.

Компания беҙгә ҡыҫҡартыуҙар буласағы хаҡында иғлан итте, 220-нән ашыу хеҙмәткәр эштән ебәреләсәк. Улар 50, 70, 80 тиергә лә мөмкин ине, һүҙ хәҙер ваҡыт тураһында ғына бара. Һөҙөмтәлә, барыһын да эштән ебәрәсәктәр. Был айҙамы, киләһе айҙамы, һуңыраҡмы -барыһы ла бөтәсәк,”-ти эшселәрҙең береһе.

Был күңелһеҙ картинаға өҫтәп, шуны әйтергә кәрәк: Грецияла 2011 йылдан алып үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар 35,7 процентҡа артҡан. Донъяны үҙ теләге менән ҡалдырып китеүселәр айырыуса 2012 йылда күп булған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий