пятница, 20 февраля 2015 г.

Обама терроризм менән көрәш хаҡында: “беҙ барыбыҙ ҙа бер кәмәлә.”


Көс ҡулланыуға нигеҙләнгән экстремизм менән көрәш буйынса халыҡ-ара конференцияла АҠШ президенты Барак Обама терроризмды бергәләп кенә еңергә мөмкин булыуы хаҡында белдерҙе. Вашингтондағы осрашыуҙа, ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, ул былай тине:

Беҙ барыбыҙ ҙа бер кәмәлә һәм, был көрсөктө еңеп сығыу өсөн, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ.” Ул уңыштың дүрт шартын атап үтте, шуларҙың береһе- сәйәси хоҡуҡтарҙы үтәү.

Барак Обама: “Һүҙ азатлығы булмаһа, көс ҡулланыуға нигеҙләнгән экстремизм сәскә ата. Был террористар өсөн ҡулай булған мөхитте, экстремистик идеяларҙы пропагандалауға уңай шарттарҙы тыуҙыра.”

Францияның сит ил эштәре министры Бернар Казнев мосолмандар һәм экстремистар араһына тигеҙлек билдәһе ҡуймаҫҡа саҡырҙы:

Әйҙәгеҙ әле, тыныс динде дини принциптарҙан тайпылған бер нисә кеше менән бутамайыҡ. Беҙ стереотиптар таралыуға ҡаршы сығабыҙ: Франциялағы һымаҡ нәфрәткә ҡоролған бәләкәй төркөмдөң эшмәкәрлеге өсөн бөтә донъя мосолмандары яуаплы булырға тейеш түгел.”

Конференцияла ҡатнашыусылар яңы осрашыуҙы сентябрҙә үткәрергә килеште.

Рәсәй делегацияһына Федераль именлек хеҙмәте директоры Александр Бортников етәкселек итте, ул теләһә ниндәй диалогтың “даими бәрелештәрҙән яҡшыраҡ” булыуын белдерҙе.

Вашингтондан “Евроньюс” хәбәрсеһе Штефан Гробе һөйләй:

Донъя илдәренең хөкүмәттәре көс ҡулланыуҙарға нигеҙләнгән экстремизмға ҡаршы бергәләп көрәшеүҙең мөһимлеген аңлауҙарын күрһәтте. Быға уларҙы “Ислам дәүләте” һәм уның яҡлыларҙың ҡанлы енәйәттәре мәжбүр итте. Ул идеяны “Бөгөн беҙҙең һәр беребеҙ террористар өсөн сәпкә әйләнде” тигән Иордания сит ил эштәре министры һүҙҙәре менән еткерергә мөмкин.”

Авторы: Irina Sheludkova | EURONEWS, ITASS материалдары буйынса.






Комментариев нет:

Отправить комментарий