среда, 11 февраля 2015 г.

Италия: Европаға юл тотҡан мигранттар һәләк булған.


Дүшәмбе көн Европаға эләгергә маташҡан 29 мигранттың туңып үлеүе, күптәренең Италия яр буйы һағы катерында Лампедуза утрауына китеп барғанда вафат булыуы Африка ҡасаҡтарын ҡотҡарыу саралары хаҡындағы бәхәстәрҙе йәнә ҡуйыртып ебәрҙе.

Проблема, алыҫҡа ҡарағанда, Лампедузанан яҡшыраҡ күренә. Мәсьәләне алыҫтан хәл итеү хаталарға килтерә, анализ дөрөҫ яһалмай һәм дөрөҫ булмаған ҡарарҙар ҡабул ителә,”-ти Лампедуза мэры Джузи Николини.

Урта диңгеҙҙә ҡасаҡтарҙы ҡотҡарыу буйынса былтыр башланған Европаның “Тритон” операцияһы уға ҡәҙәр эшләгән Италияның “Mare Nostrum” операцияһынан масштабы буйынса күпкә ҡайтыш.

Өҫтәүенә, БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса Баш комиссар вәкиле Карлотта Сами әйтеүенсә, Урта диңгеҙ буйлап Европаға барып етергә маташҡан мигранттар һаны 30 процентҡа артҡан. Ул Евроберләшмәнән саралар күреүҙе талап итте.

Евросоюздың миграция, эске эштәр һәм гражданлыҡ комиссары Дмитрис Аврамопулос Твиттерҙа яҙма менән сикләнгән:

Драма дауам итә. Контрабандист ташыусылар менән көрәш ойошҡан рәүештә өҙлөкһөҙ алып барыла. Тырышлыҡты арттырыу зарур.”

Ул фажиғә һуңғыһы түгел икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Үткән йыл Урта диңгеҙҙә 3200 мигрант һәләк булған. Сүриә, Эритрия, Нигериялағы көрсөктөң оҙаҡҡа һуҙылыуы быйыл унан да күберәк ҡорбандарға алып килеүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий