вторник, 10 февраля 2015 г.

Мысыр: стадиондағы фажиғәнең ике версияһы.


Мысырҙың “Замалек” һәм “ENPPI” футбол командалары матчы буласаҡ стадион ҡапҡаһындағы этеш-төртөш арҡаһында, Ҡаһирәлә, кәм тигәндә, 40 көйәрмән һәләк булған, тиҫтәләрсәһе тән йәрәхәттәре алған. Рәсми версия буйынса, ҡыҫылыштың сәбәбе- футбол көйәрмәндәренең (ультрас) стадионға билетһыҙ инергә маташыуында.

Һүҙ 15-17 йәшлек балалар хаҡында бара, уларҙың башын төрлөсә бутайҙар,-ти “Замалек” клубының элекке уйынсыһы Айман Юныс.-Улар ысынбарлыҡты тоймаған экстремисҡа әйләнә, был дөрөҫ нәмә түгел. Кемдер “Замалек” клубы йәки “Әл-Әхли” клубы өсөн ғүмерен бирергә әҙер тороуы хаҡында һөйләй икән, был яҡшы нәмә түгел. Илең өсөн ғүмереңде ҡорбан итеү бер нәмә, ә футбол өсөн һәләк булыу бөтөнләй икенсе нәмә. Был- хәйерселеккә ҡабатланған экстремизм.”

Көйәрмәндәр раҫлауынса, стадионға инеү юлын уларға тар ғына ҡалдырғандар, ә халыҡ өймәкләшә башлағас, полиция йәш ағыҙыусы газ һәм, шаһиттар һөйләүенсә, атыу ҡоралын да ҡулланған.

Аллаһ уның йәнен ҡабул итһен,-ти бәрелеш ваҡытында һәләк булған күршеһе Ислам Эмад хаҡында Әхмәт Сәлим.- Ул инженер факультеты студенты ине. Командаһының уйынын ҡарарға барғанда, йәш ағыҙыусы газдан һәләк булды. Ә ҡайһы бер иптәштәре атыу ҡоралынан тән йәрәхәттәре алды.”

Һәләк булғандарҙың туғандары, дуҫтары, йөҙҙәрсә футбол көйәрмәне Ислам Эмад табуты менән, көс ҡулланыуҙарға ҡаршы лозунгылар ҡысҡырып, үлгән иптәшен “яфа сигеүсе”тип атап, Ҡаһирә урамдары буйлап үтте.






Комментариев нет:

Отправить комментарий