четверг, 12 февраля 2015 г.

Евротөркөм һәм Афина килешә алманы: гректар яңынан бурысҡа батырға теләмәй.


Евротөркөм һәм Афина Грецияға ярҙам программаһын оҙайтыу мәсьәләһе буйынса уртаҡ фекергә килә алманы- шаршамбы Брюсселдә еврозона илдәре финанс министрҙары осрашыуында килешеү төҙөлмәне. Оҙайлы һөйләшеүҙәр һәм килешеү төҙөлөүе хаҡындағы имеш-мимеш хәбәрҙәрҙән һуң, осрашыу аҙағында хатта уртаҡ белдереү ҙә яһалманы. Һөйләшеү дүшәмбе көн 16 февралдә Евротөркөмдөң Греция буйынса сираттағы планлы ултырышында дауам итәсәк.

Программаны оҙайтыу хаҡында запрос бирмәнек,-тине Греция финанс министры Янис Варуфакис.-Башланған программаны дауам итергә тейешлегебеҙ тураһында күптәр әйтте. Ә беҙ шуны аңлаттыҡ: беҙҙе был программаның маҡсатҡа тура килеүен шик аҫтына алыу өсөн һайланылар.”

Евротөркөм рәйесе Йерун Дейсселблум Грецияға техник төркөм ебәрергә ниәтләгәйне- уның эше киләһе осрашыу алдынан позицияларҙы яҡынайта алыр ине. Әммә аҙаҡ ул был уйынан кире ҡайтты, сөнки тәүге нәүбәттә сәйәси килешеү төҙөү талап ителеүен таныны.

Ваҡытты әрәм итмәҫ һәм дүшәмбе көн ниндәйҙер алға китеш булдырыр өсөн, яҡын көндәрҙә ниндәйҙер саралар күрергә бик теләр инем,-тине евротөркөм рәйесе.- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бынан баш тартырға тура килде, дүшәмбе һөйләшеүҙәрҙе туҡталған пунттан артабан дауам итәсәкбеҙ.”

Бөтә ҡараштар кесе йомала үтәсәк ЕС саммитына төбәлгән, унан юғарыраҡ кимәлдәге сәйәси мөрәжәғәт көтәләр. Ә Евротөркөмдөң был осрашыуы иһә шуны күрһәтте: ике арала етди фекер айырымлыҡтары бар, уртаҡ тел табыу өсөн, байтаҡ ташламалар яһарға кәрәк буласаҡ”- ти Брюсселдән Евроньюс хәбәрсеһе Эфи Куцокоста.


Комментариев нет:

Отправить комментарий