четверг, 12 февраля 2015 г.

Обама конгрестан “Ислам дәүләте”нә ҡаршы хәрби хәрәкәттәргә рөхсәт биреүҙе һорай.


АҠШ президенты Барак Обама “Ислам дәүләте”төркөмөнә ҡаршы Америка хәрбиҙәренең хәрби хәрәкәттәрен раҫлауҙы һорап мөрәжәғәт итте. Бындай ҡарарҙы ул шуның менән аңлатты: артабан ИД боевиктары АҠШ-тың үҙ территорияһы именлегенә хәүеф тыуҙырыуы ихтимал.

Шуға ярашлы резолюция проекты Америка ғәскәрҙәре тарафынан “махсус миссиялар” үтәүҙе күҙ уңында тота. Президент һүҙ һуғыш хаҡында бармауын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды:

Беҙҙең бөгөнгө резолюция Иракта һәм Сүриәлә Америка ҡоро ер ҡораллы көстәрен йәйелдереп ебәреүҙе аңлатмай. Был Афғанстан һәм Ирактағы кеүек һуғыш алып барыу түгел,”-тип ышандырҙы Обама.

АҠШ етәкселегендәге халыҡ-ара коалицияның Хәрби Һауа көстәре Ирактағы (2014 йылдың авгусынан алып) һәм Сүриәләге (2014 йылдың сентябренән алып)“Ислам дәүләте” боевиктары позицияларын бомбаға тота. Һуңғы тәүлектәрҙә генә улар был регионда 10 авиаһөжүм яһаны.

Коалицияла Америка хәрбиҙәренең ҡатнашыуы “Әл-Ҡаиҙә” һәм уның филиалдары менән көрәшкә бирелгән рөхсәткә нигеҙләнә. Конгресс ул рөхсәтте элекке АҠШ президенты бәләкәй Джордж Бушҡа биргәйне.





Комментариев нет:

Отправить комментарий