пятница, 13 февраля 2015 г.

Хуш, ҡорал: Йәмәндәге АҠШ илселеген эвакуациялау.


 “Саналағы именлек өлкәһендәге билдәһеҙлек” арҡаһында АҠШ илселеге хеҙмәткәрҙәре Йәмәндән киткәс, “Ансар Аллаһ” хәрәкәте шиғый баш күтәреүселәре дипломаттар ҡалдырған 20 автомобилде үҙҙәренең законлы табышы тип иҫәпләгән.

АҠШ дәүләт департаменты илдә власты баҫып алған хоуситтарға кеше милкенә хөрмәт менән ҡарарға кәрәклекте иҫкә төшөрөргә тырышып ҡараған.

Илдән иң аҙаҡ киткән Сана илселеге бинаһын һаҡлаған диңгеҙ пехотаһы хәрбиҙәре эвакуация алдынан ҡоралдарын юҡ иткән.

АҠШ Диңгеҙ пехотаһы корпусы командованиеһы белдереүенсә,“ҡоралдар ентекләп һүтелеп, сүкеш менән ватылған.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий