Төркиә
президенты Рәжәп Тайип Эрдоган Кубаға
рәми визит яһаны. Куба лидеры Рауль
Кастро менән осрашыуҙан һуң, ул ике ил
араһындағы тауар әйләнешенең бәләкәй
булыуын, 28 миллион доллар самаһы, АҠШ-тың
азатлыҡ утрауына иғлан иткән иҡтисади
блокадаһы менән аңлатты.
Президент
Төркиәнең Turkish Airlines авиакомпанияһы
Стамбул һәм Гавана араһында даими
рейстар башларға әҙер булыуын белдерҙе
һәм Гаванала мәсет төҙөү ниәтен әйтте.
Әммә Куба властарынан баш ҡалала мәсет
төҙөү хаҡында Сәғүд Ғәрәбстаны менән
килешеүҙәрен белгәс, уртаҡ проект
урынына илдең башҡа бер ҡалаһында мәсет
төҙөргә тәҡдим итте, сөнки төрөк һәм
сәғүд архитектура стилдәре айырыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий