пятница, 13 февраля 2015 г.

БМО Именлек Советы “Ислам дәүләте” боевиктарынан нефть һатып алыуҙы тыйҙы.


БМО Именлек Советы “Ислам дәүләте” боевиктары төркөмөнә килем алыу юлдарын ябыу хаҡындағы Рәсәй тәҡдим иткән резолюцияны бер тауыштан раҫланы. Уның буйынса, Сүриәләге һәм Ирактағы террористик төркөмдәрҙән нефтте, “археологик, тарихи, мәҙәни, фәнни һәм дини ҡиммәте булған предметтарҙы” һатып алыу тыйыла; шулай уҡ аманаттар өсөн террористарға түләмәҫкә саҡырыу ҙа булды, сөнки был кешеләрҙе урлауға юл аса һәм террористик акттарҙы финанслауға ярҙам итә.

Форбс”журналы версияһы буйынса, “Ислам дәүләте”- донъялағы иң бай террористик ойошма.

Килемдәрҙең күп өлөшөн экстремистар “ҡара баҙарҙа”Ирак һәм Сүриәлә баҫып алынған нефть продукттарын һатыуҙан ала. Ҡабул ителгән резолюция радикаль исламистарҙың финанс байлығын ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий