суббота, 14 февраля 2015 г.

Дрезден: “утлы ҡойон”доң 70 йыллығы.


Фрауэнкирхе —Дрездендың ҡайтанан аяҡҡа баҫтырылған сиркәүе, уның харабалары союздаштар юҡ иткән немец ҡалаһының символынә әүерелә. Йома көн ул бомбаға тотоуҙың 70 йыллығына арналған иҫтәлекле сараларҙың үҙәгенә әйләнде. Дрезден менән туғандаш ҡалалар сиркәүгә шәмдәр ебәрҙе.

Германия президенты Йоахим Гаук был фажиғәне яңы ыҙғыштар өсөн сәбәпкә әйләндермәҫкә саҡырҙы:

Башҡаларҙы ғәйепләүгә йүнәлтелгән хәтерләүҙәр тыныс диалогҡа йәлеп итеү урынына милләттәрҙе айыра, бер-береһенә ҡаршы ҡуя. Бөгөн иҫтәлектәрҙе алдашыу, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыу өсөн файҙаланалар, әйтергә кәрәк, ҡурҡыныс күләмдә файҙаланалар.

Дрезденды емереү Икенсе бөтә донъя һуғышының бер төрлө генә баһалап булмаған биттәренең береһе: Саксония баш ҡалаһы- “Эльбалағы Венеция”ны емереүҙең хәрби йәһәттән маҡсатҡа ярашлылығы бомбаға тотоу тамамланғас та шик тыуҙырҙы.

Ҡайһы бер тарихсыларҙың фекере буйынса, уның маҡсаты мөһим транспорт үҙәге коммуникацияларын емереүҙән бигерәк Советтар Союзын ҡурҡытыу сараһына әйләнә—Дрездендың Советтар яғында ҡалыуы ул саҡта билдәле ине инде; тап Дрезден янында “Эльбалағы данлыҡлы осрашыу”була.

1945 йылдың 13 феврале кисендә тәүге бомбаларҙы Британия Хәрби һауа көстәре ташлай, иртә менән уларға Америка самолеттары ла ҡушыла.

Ҡалала утлы ҡойон ҡотора—айырым-айырым ут нөктәләре, янырҙай бөтә нәмәгә ҡабынып, ҙур янғын барлыҡҡа килтерә.


Һуңғы ваҡытта иң ныҡ таралған иҫәп буйынса, һәләк булғандар 25 мең кеше. Төрлө сығанаҡтарҙа иҫәп төрлөсә: 18 меңдән алып 200 меңгә ҡәҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий