суббота, 14 февраля 2015 г.

Непалда балалар хеҙмәте.


Непалда балалар хеҙмәтенең иң насар формаларын юҡҡа сығарыу буйынса 2012 йылда ғына бер аҙ алға китеш булды. Хөкүмәт балалар хеҙмәтен файҙаланған заводтар буйлап рейд яһаны һәм 124 баланы ҡаты эксплутациялауҙан ҡотҡарҙы. Шул уҡ йылды балаларға ҡарата физик, психик һәм енси көс ҡулланыуҙарҙан, шулай уҡ эксплуатациянан яҡлаусы закондар пакеты ҡабул ителде. Әммә 16-17 йәштәге балалар өсөн мәжбүри уҡыу индерелмәүе ҡайһы бер кабала формаһындағы хеҙмәттән уларҙы ҡотҡармай. Бала-саға йыш ҡына ауыл хужалығының зарарлы һәм хәүефле эштәрендә файҙаланыла, хатта енси ҡоллоҡҡа һатыла.
Балалар хеҙмәтен тыйыусы һәм яйға һалыусы 2000 йылғы иҫке закон эшкә алыуҙы 14 йәштән, зарарлы һәм хәүефле эшкә алыуҙы 16 йәштән рөхсәт итә, ә был иһә халыҡ-ара стандарттарға тап килмәй. Өҫтәүенә закон теркәлеү үтмәгән, шул иҫәптән йорттарҙа ойошторолған предприятиеларға, шәхси ауыл хужалығы фермаларына ҡағылмай, ә күпселек балалар тап шунда эшләй. Балалар хеҙмәте тыйылған һөнәрҙәр исемлеге тоҡос, унда туризм, ҡунаҡхана, ресторан һәм барҙар менән бәйле профессиялар ғына индерелгән.
Бөгөн эшләүсе балаларҙың дүрттән өс өлөшө ауыл хужалығында хеҙмәт итә. Ауыл хужалығы ҡорамалдары һәм механизмдары, ауыр йөктәр һәм зарарлы химик ашламалар арҡаһында, уларҙың һаулығы көн һайын хәүеф аҫтында. Законһыҙ эксплуатацияға айырыуса ҡыҙҙар дусар була, ғәҙәттә эшкә алғанда, бер ниндәй ҙә килешеүҙәр төҙөлмәй.
Балалар хеҙмәте кирбес етештереүҙә киң ҡулланыла. Бәләкәс хеҙмәт эйәләре күп ваҡыттарын туҙанлы мөхиттә уҙғара, баштарына ауыр йөктәр һалып ташый һәм арҡаларына зыян килә. Таш аҡтарыу эшендә лә балалар хеҙмәте ҡулланыла, унда уларға текә ҡаяларҙан осоп төшөү, туннелдәр ишелеү кеүек ҡурҡыныстар янай.
Йыш ҡына балаларҙы төҙөлөштәрҙә, сәнәғәт өлкәләрендә күрергә мөмкин. Ә именлек саралары йә ҡағыҙҙа ғына була, йә бөтөнләй үтәлмәй. Бала-саға ҡара таңдан алып кискә ҡәҙәр алһыҙ-ялһыҙ эшләргә мәжбүр.
Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, эксплуатацияға дусар балаларҙың күбеһе урта, хатта башланғыс белемгә лә эйә түгел. Ҡайһы бер ауылдарҙа мәктәптәр бөтөнләй юҡ. Белем алыуға өмөтөн өҙмәгәндәр күрше ауылдарға йөрөп уҡырға мәжбүр. Күп ғаиләләр өсөн белем алыуға, китаптарға, кейемгә киткән сығым- күтәргеһеҙ оло йөк. Ғәрип балалар белем юлында байтаҡ кәртәләргә осрай, йыш ҡына уҡыу йорттары уларҙы алыуҙан баш тарта.

Детский труд в Непале

Комментариев нет:

Отправить комментарий