среда, 18 февраля 2015 г.

Косово: көрсөк фонындағы байрам.


Косово Сербиянан бойондороҡһоҙлоҡтоң 7 йыллығын байрам итә. 2008 йылдың 17 февралендә Косово парламенты крайҙың бойондороҡһоҙлоғо өсөн тауыш бирҙе. Бөгөнгө көндә БМО-лағы 193 ил-ағзаның 108-е Косовоны таныны.

Приштиналағы байрам тәрән иҡтисади көрсөк фонында үтә. Косоволағы эшһеҙлек кимәле эшкә яраҡлы халыҡтың 30 процентын тәшкил итә. Халыҡтың ҙур ҡатламы хәйерселек хәлендә көн күрә. Эшһеҙлек һәм өмөтһөҙлөк косоволыларҙы Көнбайыш Европа илдәренә ҡыуа.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына ла, үткән йылдың авгусынан алып Косовонан, кәм тигәндә, 30 мең кеше киткән. Уларҙың күпселеге Германияла төпләнгән.
Был һандар легаль булмаған мигранттарҙы үҙ эсенә алмай. Венгрия полицияһы белдереүенсә, быйыл ғына Косовонан 23 мең мигрант сикте аша сыҡҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий