вторник, 17 февраля 2015 г.

Судан президенты: “радикаль исламистарҙы ҮРИ (ЦРУ) һәм Моссад яҡлай.


Дарфурҙағы хәрби енәйәттәре өсөн Халыҡ-ара енәйәт суды тарафынан эҙәрлекләнгән Судан президенты Омар әл-Бәшир “Евроньюс” телеканалына биргән эксклюзив интервьюһында халыҡ-ара йәмәғәтселектең радикаль исламистар менән ҡоралдан бигерәк идеология ярҙамында ла көрәшергә тейешлеге хаҡында белдерҙе. Уның фекере буйынса, “Ислам дәүләте” һәм “Әл-Ҡаиҙә яғында һуғышыусы йәш экстремистарға ҡарата көс ҡулланыу экстремизмды арттыра ғына.

Омар әл-Бәшир: “Был йәштәргә ҡарата беҙҙең сәйәсәтебеҙ уңышҡа алып килә. Ҡатмарлы процесс ярҙамында беҙ уларҙы алып ҡалабыҙ. Ислам дине белгестәрен саҡырабыҙ һәм улар йәштәр менән әңгәмә уҙғара. Аҙаҡ был йәштәрҙең күбеһе радикаль ҡараштарынан баш тарта.”

АҠШ-тың рәсми позицияһына ярашлы, Судан халыҡ-ара терроризмға булышлыҡ итеүсе дәүләттәр исемлегенә индерелгән. Үткән йыл Ливия Суданды экстремистарҙы ҡорал менән тәьмин итеүҙә ғәйепләне.


Судандың үҙенең территорияһында ла ҡораллы төркөмдәр эш итә. Судан президенты һүҙҙәре буйынса, “радикаль исламистарҙы Америка һәм Израиль махсус хеҙмәттәре- ҮРИ һәм Моссад яҡлай.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий