вторник, 17 февраля 2015 г.

Хакерҙар банкыларҙан миллиард доллар урлаған.


Хакерҙарҙың халыҡ-ара төркөмө ике йыл эсендә банкыларҙан миллиард доллар самаһы урлаған. Был “Касперский лабораторияһы” ярҙамында “Европол” һәм “Интерпол” тикшереүе һөҙөмтәһендә билдәле булған.

Касперский лабораторияһы” мәғлүмәттәре буйынса “Carbanak” атамаһын алған енәйәтсел төркөм эшмәкәрлегенән донъяның 30 тирәһе банкы зыян күргән.

Киберенәйәтселәр аҡсаларҙы туранан-тура банк клиенттары иҫәптәренән түгел, ә финанс учреждениелары иҫәбенән күсергән.


Талау, банк хеҙмәткәре компьютерын вирус менән зарарлап, аҡсаны урлағанға ҡәҙәр, 2-4 ай ваҡытты алған. Рәсәй, Ҡытай, Украина һәм башҡа ил хакерҙары ингән төркөм һәр бер рейдтан 10 миллион доллар бол алған. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий