Шәмбе
көн Ливия ярҙары буйында итальян
моряктары ҡотҡарған 300 легаль булмаған
мигрант Сицилияның Эмпедокл портына
килтерелде. Тороп ҡалған бер нисә йөҙ
мигрантты башҡа караптар алып киләсәк.
Италия
яр буйы һағы 6 резина кәмәгә шыплап
тултырылған һәм асыҡ диңгеҙҙә йөҙөп
йөрөгән йәмғеһе 600 кешене тапҡан.
Үткән
аҙнала Урта диңгеҙҙе ошо рәүешле йөҙөп
сығырға маташыу 330 кешенең һәләкәте
менән тамамланған. Уҙған йылда Урта
диңгеҙҙә Африканың 3500 самаһы мигранты
һәләк булған.
Граждандар
һуғышы арҡаһында, Ливиянан ҡасаҡтар
ағымы туҡталмай. Йәкшәмбе көн Италия,
персоналдарының именлеге өсөн борсолоп,
Ливиялағы илселеген япты.
Италия
БМО-ны Ливияның гуманитар һәләкәтенә
иғтибарын йүнәлтергә саҡыра.
Комментариев нет:
Отправить комментарий