понедельник, 16 февраля 2015 г.

Францияның көнсығышындағы йәһүд зыяратында йөҙҙәрсә ҡәбер мәсхәрәләнгән.


Ҡәбер таштарына тәре төшөрөлгән, нацистик лозунгылар яҙылған- был хәл Страсбург янындағы Сарь-Юньонда булған.

Францияның эске эштәр министры Бернар Казнев был, үҙе әйтеүенсә, “яман актты” ҡырҡа ғәйепләне. Ул вәхшиҙәрҙе табып яза бирергә вәғәҙә бирҙе. Илдең премьер-министры Мануэль Вальс ул ваҡиғаны “антисемиттарға хас, оят” эш тип атаны.


Сарь-Юньондағы йәһүд зыяраты тәүләй генә хурланмай. 2001 йылда билдәһеҙ вандалдар унда 50-нән ашыу ҡәберҙе емергән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий