Кесе
йома Катания ҡалаһында фажиғәле хәл
булған- хәстәханаларҙа урын булмау
сәбәпле, врачтар яңы тыуан бәпәйҙе-
Николь ди Пьетроны ҡотҡара алмаған.
Шәхси “Джибиино”клиникаһында, врачтар
баланың тыуғас та уҡ ҡыйынлыҡ менән тын
алыуын күргән. Тейешле ҡорамалдар булмау
арҡаһында, урынында ярҙам күрһәтә
алмағандар һәм баланы күршеләге
хәстәханаға алып киткәндәр. Унда урындар
булмаған, йәнә ике клиникала ла шундай
хәл ҡабатланған.
Иркенләп
һулай алмаған баланы 100 километр
алыҫлыҡтағы Рагуза ҡалаһына алып
киткәндәр. Бәпәйҙе алып барып еткерә
алмағандар- ул тиҙ ярҙам машинаһында
вафат булған.
Әсә
балаһының үлемендә иғтибарһыҙлығы
арҡаһында хата яһаған медперсоналды
ғәйепләй. Facebookтағы
битендә ул Николдең “булдырмау
мөмкин булған” хаталар
сәбәпле үлеүе хаҡында яҙа. Өҫтәп,
“ғәҙеллек урынлаштырыуға” өмөт белдерә.
Неаполдә
шул уҡ аҙнала тағы бер ваҡиға була- 8
айлыҡ ҡыҙ бала үлә, Италия балалар
медицина учреждениелары эше сифатына
шик тыуа. Хәҙер ғәҙәттән тыш ваҡиғалар
менән Италия һаулыҡ һаҡлау министрлығы
ғына түгел, полиция ла ҡыҙыҡһына.
Комментариев нет:
Отправить комментарий