понедельник, 23 февраля 2015 г.

Босния: ишелмә шахтерҙарҙы күмеп киткән.


Боснияның Дубрава карьерында, законһыҙ рәүештә күмер сығарғанда, кәм тигәндә, 4 кеше һәләк булған. Был турала урындағы телевидение хәбәр итте.


Карьерҙа эш туҡтатылған, тирә-яҡта йәшәүсе халыҡ бында килеп күмер йыйған. Ҙур булмаған ер тетрәү ишелмә барлыҡҡа килтергән һәм ул шахтерҙарҙы күмгән. Әле карьерҙа ҡотҡарыу эштәре бара, әммә иҫән ҡалғандарҙы табырға өмөт юҡ тиергә була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий