воскресенье, 22 февраля 2015 г.

Меркель Рим папаһы менән донъя яҙмышы хаҡында һөйләште.


Германия канцлеры Ангела Меркель шәмбе көн Ватиканда булды һәм Рим папаһы Франциск менән һөйләште. Әңгәмә Ватикан китапханаһында тәржемәселәр ҡатнашлығында үтте һәм 40 минут дауам итте. Аргентина кардиналы Хорхе Бергольо, папа престолына һайланғаны бирле, немец хөкүмәте башлығы менән был тәүләп осрашты.

Әңгәмә барышында дини-ара эштәр, донъя иҡтисады һәм берҙәм Европаның роле хаҡында һүҙ барҙы.

Ангела Меркель һәм папа Франциск бүләктәр менән алмашты. Канцлер понтификка Яҡын Көнсығыш ҡасаҡтары балалары өсөн аҡсалата иғәнә һәм Бах музыкаһы менән диск тапшырҙы. Яуап итеп Меркель немец теленә тәржемә ителгән Evangelii gaudium китабы менән бүләкләнде- папа Францисктың тәүге апостол мөрәжәғәте шулай атала, унда ул дин мәсьәләләренән тыш, социаль ғәҙеллек, ғаилә һәм сәйәсәт хаҡында ла фекерҙәрен яҙа, “капиталистик баҙар стихияһын” тәнҡитләй, уны “яңы тирания” тип атай.





Комментариев нет:

Отправить комментарий