Греция
хөкүмәте һәм премьер-министр Алексис
Ципрас еңеүҙе байрам итә. Улар Грецияның
бурысы буйынса бәхәстә Евротөркөмдө
еңеүгә өлгәште. Кредиторҙар менән
йомалағы һөйләшеүҙә кредит килешеүен
4 айға оҙайтырға ҡарар ителде. Был ваҡытты
Ципрас аҡса эҙләүгә түгел, бурысты
глобаль реструктуризациялау хаҡындағы
һөйләшеүҙәргә бағышларға уйлай.
Алексис
Ципрас, Греция премьер-министры:
“Кисә
беҙ һуғышта түгел, алышта ғына еңдек.
Беҙҙе алда һөйләшеүҙәрҙән һәм беҙҙең
партнерҙарыбыҙ менән мөнәсәбәттәрҙән
тыш та ауырлыҡтар көтә.”
Ципрас
милләткә телемөрәжәғәтендә кредиторҙар
менән һөйләшеүҙәрҙең финанс мәсьәләләренә
генә түгел, ә тәүге нәүбәттә “Грецияның
суверенлығын тергеҙеүгә” ҡағылыуын
белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, Европа
консерваторҙары илде быуып ташлауҙы
маҡсат итеп ҡуйған, әммә уларҙың
маҡсаты барып сыҡмаған.
Мәғлүмәт
агенстволары иһә, Мальта премьер-министры
Эдвард Шиклунға һылтанып, еврозона
ил-ағзаларының Грецияның валюта союзынан
сығыуына әҙер булыуын хәбәр итте. Әгәр
ҙә Афина артабан да кредиторҙар менән
уртаҡ тел табырға тырышмаһа, был мотлаҡ
тормошҡа ашасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий