четверг, 5 февраля 2015 г.

Рим папаһы Украина христиандары араһындағы һуғышты “хурлыҡ,” тип атаны.


Донбасстағы көс ҡулланыуҙар арта барғанда һәм Петр Порошенко Украина армияһы өсөн Көнбайыш илдәренән хәрби ҡоралдар көткәндә, бындай үтенес менән ул запрос ебәргәйне инде, Европа баш ҡалаларында конфликтта ҡатнашыусы яҡтарҙы диалогҡа өндәүҙәр, көрсөк хәлен яйға һалыу, ҡан ҡойошто туҡтатыуға саҡырыуҙар ныҡышмалыраҡ яңғырай.

Хәлдәр ҡырҡыулашты, әммә дипломатик тырышлыҡты дауам итергә кәрәк,”-тип белдерҙе Германия канцлеры Ангела Меркель. Рим папаһы Франциск та үҙенең шаршамбылағы вәғәзендә Украиналағы диалогты ҡайтанан башларға өндәне:

Мин бөтә мөмкинлектәрҙе лә, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдәгеләрен дә индереп, диалогты ҡайтанан башларға саҡырам, ул- был ыҙалы ерҙә тыныслыҡҡа, килешеүгә табан берҙән-бер юл.”

Рим-католик сиркәүе башлығы Украиналағы христиандар араһындағы һуғышты “хурлыҡ,” тип атаны һәм уның туҡталыyын Аллаһтан һорарға саҡырҙы.



Комментариев нет:

Отправить комментарий