четверг, 5 февраля 2015 г.

Иордания: халыҡ асыулы.



Иордаиня баш ҡалаһы Амман урамдарында халыҡ асыулы. Сығышы, дине һәм социаль ҡатламы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, боевиктарҙың Иордания Хәрби Һауа көстәре пилоты Мүәз әл-Касасбехты һәләк итеүенә ҡарашы бер төрлө. Шаршамбы көн, ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашыу өсөн, күптәр пилоттың тыуған ҡалаһы Каракҡа юлланды.

Амман халҡы һөйләй:
Һәр иорданлы үҙен Мүәз әл-Касасбех итеп тоя. Оҙаҡламай беҙ уларҙан үс аласаҡбыҙ. “Ислам дәүләте” үлтергән бөтә мосолмандар өсөн үс аласаҡбыҙ. Улар үҙҙәрен мосолман тип атай, тик улар исламдан бик алыҫ тора.”

Осоусыбыҙ менән булған хәлдәр өсөн һыҙланам. Регионда булған хәлдәр өсөн. Был террористик төркөм эшмәкәрлеге арҡаһында ҡорбан булғандар өсөн һыҙланам.”

Иордания короле, АҠШ-ҡа визитын ҡалдырып, ватанына ҡайтты.

Мөхәммәт Шәйехибраһим, “Евроньюс”:
Ҡырағайҙарса үлтерелгән хәрби пилоттың үлеме өсөн үс алырға саҡырыуҙар фонында, Иордания баш ҡалаһы урамдарында бөгөн асыу һәм бошонҡолоҡ һиҙелә.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий