среда, 4 февраля 2015 г.

Мөфтөй Путиндан уҡыусы ҡыҙҙарға хиджабта йөрөргә рөхсәт итеүҙе һораны.


Рәсәй мөфтөйҙәре Советы рәйесе Рауил Гәйнетдин, хиджабты яҡлап, Рәсәй Федерацияһы президентына хат яҙҙы. Мөрәжәғәт Рәсәй мөфтөйҙәре Советы сайтында шишәмбе көн 3 февралдә баҫылып сыҡты.

Мөфтөй дәүләт башлығын мәктәптәрҙә ҡыҙҙарға яулыҡта йөрөүҙе тыймаҫҡа саҡырҙы. Бындай тыйыу 2014 йылда Мордовия мәктәптәрендә булды. 11 февралдә суд мосолмандарҙың ялыуын ҡараясаҡ, Ғәйнетдин хәҙрәттең мөрәжәғәте шуның менән бәйләнгән дә.

Унда әйтелеүенсә, яулыҡта йөрөүҙең асыу килтерерлек бер нәмәһе лә юҡ, был кейемдәге тыйнаҡлыҡты ғына күрһәтә. Мөфтөй раҫлауынса, башҡа дин вәкилдәре лә яулыҡта йөрөй.

Яулыҡ мәсьәләһе” аша сит илдәрҙән беҙгә түҙемһеҙлек, антидемократизм, евразия традицияларына һәм халыҡтар дуҫлығына кире ҡараш тыуҙырырға тырышалар. Ғаилә, көнкүреш мәсьәләләрен һис бер кәрәкһеҙгә сәйәсиләштерәләр,”-тип раҫлай мөфтөй.

1 февралдә ул мосолмандарҙың хиджаб көнөн байрам итеүен дә иҫкә төшөрҙө.

Мордовияла уҡыусыларҙың мосолман яулыҡтарын ябыныуы бер ваҡиғанан һуң тыйылды: ҡыҙ бала яулыҡты беркетеп торған булавканы йотҡан. Республика хөкүмәте, берҙәм мәктәп формаһы булырға тейешлеккә һылтанып, хиджаб ябыныуҙы тыйҙы. 2014 йылдың октябрендә Мордовияның Баш суды был ҡарарға ялыуҙы кире ҡаҡты.

Һуңғы ваҡытта хиджаб менән бәйле бер нисә ғауға булған: Калининградта водитель яулыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙы автобусҡа ултыртыуҙан баш тартҡан, баш ҡаланың Пирогов исемендәге университетына ла уларҙы дәрескә индермәгәндәр. Автопаркка яза бирелгән, вузда ла копромисҡа килгәндәр.

Уҡыусы ҡыҙҙарға тәүге тапҡыр хиджабта йөрөүҙе 2012 йылдың сентябрендә Ставропольела тыйғайнылар. РФ-ның Баш суды ла был позицияны яҡланы. Шул саҡта конфликтҡа Владимир Путин ҡушылды. Дәүләт башлығы дөйөм белем биреү мәктәптәрендә хиджабта йөрөүҙең яҡшы нәмә түгеллеген белдерҙе. Президент бындай традицияның хатта мосолман региондарында ла булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

/Мәсеттәре емерелгән динһеҙ Совет заманында башҡаса булыу мөмкин дә түгел ине, ә уға ҡәҙәр мосолман ҡатын-ҡыҙҙары яулыҡһыҙ йөрөмәгән бит. Рәсәйебеҙ ысын демократик дәүләт булһын тиһәк, бындай тыйыуҙар булмаҫҡа тейеш./











Комментариев нет:

Отправить комментарий